Уның ойоштороусылары булып «Нефтеполис» инженер мәктәбенең үҫтереү фонды менән Әбйәлил районының мәғариф бүлеге тора. Олимпиаданың маҡсаты иһә уҡыусыларҙы сәнәғәт тармағына ҡыҙыҡһындырыуға йәлеп итеү һәм аҫаба халыҡтың туған телен һаҡлауға йүнәлтелгән. Уның тәүге этабы 25 - 30 мартта онлайн рәүештә үтте. Бында 1 мең 632 уҡыусы үҙҙәре һайлаған предмет буйынса тест башҡарған. Шуларҙың 315-е финалға үтте һәм нәҡ бөгөн көс һынаны. Белемдәрен барларға килгән һәр уҡыусы сертификат һәм бүләктәр менән бүләкләнде.
– Мин бөгөн башҡорт теленән олимпиадала ҡатнаштым. Туған телемде яратып өйрәнәм, төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашам ,шуға күрә лә эштәрҙе эшләүе ауыр булманы. Барыһын да теүәл үтәнем һәм призлы урын алырмын, тип ышанам, – ти IХ синыф уҡыусыһы Нургизә Кәримова. Иртәгә һәр фәндән еңеүсе һәм призёрҙар билдәле була. Уларға «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тарафынан бүләктәр ҙә тапшыраласаҡ. Уҡыусыларға уңыштар юлдаш булһын!
Римма БАЙМЫРҘИНА.
Сығанаҡ: "Йәншишмә" гәзите.