+5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
3 Апрель , 11:58

Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған

Башҡортостан шашкасылары йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса Рәсәй йәштәр беренселегендә 19 миҙал яулаған. Ярыш  Мәскәү өлкәһе  Одинцово районында үткән.18 төбәктән 232 спортсы килгән.Башҡортостан намыҫын Баймаҡ, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө шашкасылары яҡлаған.

Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған

Турнир йомғаҡтары буйынса 9 йәшлек Розалина Яушева блиц һәм рапид дисциплиналарында ике алтын миҙал яулаған. Милана Хасиева һәм Софья Степанова рапидта алтын алған. Эмиль Меньков, Тимур Мәзитов, Алина Динисламова һәм Даниил Ильин көмөш миҙалға лайыҡ булған. Марсель Шәрәфетдиновта – бронза.

Блиц-турнирҙа Илшат Баҡыев, Искәндәр Янбаев, Әҙилә Ғәзизова, Алина Динисламова һәм Мелания Мөлөкова – көмөш миҙал, Семен Филиппов, Тимур Хәйретдинов, Милана Хазеева, Даниил Ильин һәм Степанова Софья бронза миҙалға лайыҡ булған.

Башинформдан.

Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Шашкасыларыбыҙ 19 миҙал яулаған
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: