+7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
3 Апрель , 15:05

Ярҙам һорарға уңайһыҙланма

Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды  Башҡортостандың  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы  менән берлектә  «Ышаныс марафоны. 2025»  Бөтә Рәсәй онлайн-акцияһын иғлан итә. Сара Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнөнә (17 май) арнала.

Ярҙам һорарға уңайһыҙланма
Ярҙам һорарға уңайһыҙланма

Онлайн-акция 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем барасаҡ. Уның маҡсаты – балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе, 8 800 2000 122 балалар ышаныс телефоны һәм 124 ҡыҫҡа номеры буйынса кеҫә телефонынан шылтыратып, ашығыс психологик ярҙам алыу мөмкинлеге тураһында хәбәрҙар итеү.

Акцияның сайтында бөтә кәрәк мәғлүмәтте алырға була.

6+

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: