Ә һеҙ беләһегеҙме, Башҡортостан халҡының 84 проценты көн дә Интернет ҡуллана икән. Ә тағы 6 процентлабы аҙнаһына бер булһа ла инеп сыға ти. Был күрһәткестәр 15 йәштән өлкәндәрҙе иҫәпкә индергән. Мәғлүмәттәрҙе Башстат биргән.
Эй, ҡарттар Интернет беләме ни тимәгеҙ. Йәштәрҙән ҡалышмайҙар икән. Һандар күрһәтеүенсә, Интернетҡа инеүселәрҙең иң күбе – 60-69 йәшлектәр (15,8%). Унан ҡала 35-39 йәшлектәр (11,8%) һәм 30-34 йәштәгеләр (10,6%).
Сығанаҡ: Башинформ.