Бына Таһир – йырсы, музыкант Зәйнетдиндең концертында. Зәйнетдин ағаһына ҡурайҙа уйнап күрһәткән. Зәйнетдин ағаһы, моғайын, уны хуплап, күңелен үҫтереп тә ебәргәндер әле.
Шунан ул ҡорос ихтыяр эйәһе Рөстәм Нәбиев менән осрашҡан, бергәләп фотоға төшкәндәр.
Туймазы егете Рөстәм Нәбиев Омскиҙа армия хеҙмәтендә саҡта казарма емерелеп ҡазаға тарыған һалдаттарҙың береһе була. 24 хеҙмәттәше харабалар аҫтында һәләк була. Ә 20-ләбе имгәнә. Улар араһында Рөстәм дә була. Күп операциялар кисерә. Аяҡһыҙ ҡала. Әммә үҙен юғалтмай. Инвалидтар спортында бейеклектәр яулай, Эльбрусты буйһондора, блогер булараҡ та киң билдәлелек алды. Өлгө алырлыҡ кеше.
Бына шундай шәхестәр менән танышып ҡайтҡан Таһир Рәхимов.