+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
10 Апрель , 19:08

Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын

Телевидение алып барыусыһы Наил Юнысов  башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың модреаторы һәм дикторы буласаҡ. 26–28 апрелдә үтәсәк сара тураһында ул түбәндәгеләрҙе һөйләне:

Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын

– Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға ул. Хәҙер инде алты-ете йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалынан төп модератор булараҡ сығыш яһайым. Белеүегеҙсә, диктант яҙыуҙы тура эфирҙа үткәрәбеҙ.

Был эшкә ихлас күңелдән үҙ өлөшөмдө индерәм. Матбуғат, телевидение журналистары һәр ваҡыт халыҡ араһында эшләй, кешеләр уларҙы күрә, таный, шуға күрә беҙ туған телебеҙҙе һаҡлауға һәм ҫтереүгә йүнәлтелгән бындай сараларҙың башында йөрөргә тейешбеҙ, тип һанайым. Беҙ телевидениела ойошторолған диктант яҙыуға билдәле шәхестәрҙе лә саҡырабыҙ, һөҙөмтәлә улар өлгөһөнә башҡалар эйәрә. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, артистарҙан Рөстәм Ғиззәтуллин, Артур Кәбиров беҙҙең студияла диктант яҙғаны, диктор ролендә сығыш яһағаны бар.

Шулай уҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың айырыуса иғтибар күрһәтеүен билдәләп үтер инем. Был да сараның бәҫен һәм мәртәбәһен арттыра.

Хәҙерге техник мөмкинлектәр донъяның теләһә ҡайһы төбәге менән бәйләнеш урынлаштырырға мөмкинлек бирә. Йыл һайын сит илдәрҙә йәшәгән бихисап милләттәштәребеҙ был акцияға ҙур теләк менән Беҙ ҙә диктант яҙыу барышында Төркиәлә, Таиланда йәшәгән милләттәштәребеҙ менән бәйләнешкә сығып,

Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанырға, “минһеҙ ҙә яҙырҙар әле” тигән ҡарашта булырға ярамай. Һәр беребеҙ “мин яҙмаһам, кем яҙыр” тигән фекерҙә булһын ине.

**

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант быйыл 26 апрелдә старт ала һәм 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк. 26 апрелдә сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениенда тура эфир башлана. Йылдағыса өс вариантта – башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн текстар тәҡдим ителәсәк.

Быйылғы темалар Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арнала. Башҡорт теленән диктантты, ғәҙәттәгесә, ике төрлө яҙып була.

Офлайн формат

Ҡайҙа: 26 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында, 28 апрелдә - “Йәшлек House” йәштәр йортонда төп майҙансыҡтар ойошторола.

Офлайн майҙансыҡтарҙы мәҙәниәт, белем биреү ойошмалары, төрлө предприятиелар үҙҙәре лә ойоштора ала. Бының өсөн 10 апрелдән 25 апрелгә тиклем bashdictant.ru сайтында майҙансыҡты теркәргә кәрәк.

Ҡатнашыусылар: Офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше ҡатнаша ала, уларға 10-25 апрелдә bashdictant.ru сайтында теркәлеү үтергә кәрәк.

Эштәрҙе тикшереү: Эштәрҙе майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға ҡалдырырға, улар артабан эксперттарға тапшыра.

Онлайн формат

Ҡасан: 26 апрелдән 28 апрелгә тиклем. 26 апрелдә 11 сәғәттә Башҡорт юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башлана. Уның барышында дикторҙар диктанттың өс вариантын уҡый (башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн). Эфир тамамланғандан һуң яҙма bashdictant.ru сайтына, https://vk.com/bash_tvhttps://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыласаҡ. Теләүселәр был яҙмаларҙы ҡарап диктантты һуңыраҡ та яҙа ала.

Ҡайҙа: интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған урын

Ҡатнашыусылар: теләгән кеше ҡатнаша ала, теркәлеү кәрәкмәй

Эштәрҙе тикшереү: диктанттарҙың фотоһын (сканын) t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Ойоштороусылар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге.

Фотолар: Айрат Нурмөхәмәтовтың архивынан һәм Наил Юнысовтың шәхси альбомынан. 

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите.

Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Мин яҙмаһам, кем яҙыр? Һәр беребеҙ шулай тип уйлаһын
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: