+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
11 Апрель , 13:40

Ирекмәнлек – сауаплы эш

Өфөнөң 107-се лицейы уҡыусыһы Алина Зарипова ат ярата. Шуға  “Садконың ат һарайы”на йөрөүенә һис тә аптырарлыҡ түгел. Өфөнөң Зорге урамында эшләгән Башҡортостандың ат спортын үҫтереү буйынса төбәк ойошмаһы шулай тип атала.  

Ирекмәнлек – сауаплы эш
Ирекмәнлек – сауаплы эш

Ат һарайына балаларҙы экскурсияға алып киләләр. Унда ҡарт аттар ҙа аҫрала, пониҙар бар. Ирекмәндәргә эш етерлек. Малҡайҙарҙы тәрбиәләү, ашатыу-эсереү, торған урындарын таҙартыу, йәй атты сығарып көтөү, кәүҙәһен тарап таҙартыу, ялдарын тарау кеүек эштәр менән була ирекмәндәр. Алина ла аттар янына ирекмән сифатында килеп йөрөй.

– Бер нисә йыл рәттән буш ваҡытымды, ирекмән булып, “Садконың ат һарайы”нда аттар янында үткәрәм. Был һарайҙа хаҡлы ялда булған ҡарт аттар йәшәй. Шуға ла улар менән бик яғымлы мөғәмәләләбеҙ. Малҡайҙар менән аралашып, уларҙы тәрбиәләп, күңелемә ҙур кинәнес алам. Руда исемле атым – тоғро дуҫым да бар бында! “Ат йәнле ҡыҙ” тиҙәр мине яҡындарым, – шулай ти Алина, үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында һөйләп.

*

Башҡортостанда ирекмәнлек хәрәкәте йылдан-йыл киңәйә бара, йәғни кешеләрҙә изгелек, хәстәрлелек, ярҙамсыллыҡ арта. Ирекмәнлек – ул башҡаларға яҡшылыҡ эшләү һәм бының өсөн түләү өмөт итмәү. Ни тиклем сауаплы ғәмәлдәр ҡыла ирекмәндәр!

Айырыуса әүҙемдәрҙең хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының доброволецы (ирекмәне)” тигән почет билдәһе менән баһалана. 2023 йылдың мартында республика ирекмәндәренең 1-се форумы булды һәм унда тәү башлап ошо награда тапшырылды.

 

Ирекмәнлек – сауаплы эш
Ирекмәнлек – сауаплы эш
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: