Бөтә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100-ләгән нәшриәт быйылғы йәрминкәлә ҡатнашыу теләген белдереп теркәлгән дә инде. Байрам барышында билдәле яҙыусылар, авторҙар, федераль спикерҙар, власть етәкселәре сығыш яһаясаҡ. Төп саралар Өфөнөң Совет майҙанында, З. Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институтында, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтәсәк.
Программала түбәндәгеләр ҡарала:
*30 май. "Батырлыҡ тураһында һүҙ": Бөйөк Ватан һуғышы һәм МХО темаһы. Яҙыусы йортон асыу, "Минең илем яҙмышында Һуғыш" күргәҙмәһе, Армия мәҙәниәте көндәренең презентацияһы, спектаклдәр, концерттар, яҙыусылар Олег Рой, Евгений Водолазкин һәм Сергей Лобанов менән осрашыуҙар.
*31 май. "Мәңгелек тураһында һүҙ": классик әҙәбиәт. Александра Захарова, Ильзе Лиепа һәм Екатерина Рождественская ҡатнашлығында «Династия» спектакле, Иван Замотаевтың моноспектакле.
*1 июнь. “Киләсәк тураһында һүҙ": Балаларҙы яҡлау көнө. Балалар йыйылма хоры сығышы, Андрей Усачев менән осрашыу, Маршак буйынса спектаклдәр, «Һаумы, һаумы, әкиәт» әкиәттәр конкурсына йомғаҡ яһау.
Йәрминкә сиктәрендә шулай уҡ әҙәбиәткә, театрға, һаулыҡ һаҡлауға, туризмға арналған тематик майҙансыҡтар, балалар һәм йәштәр өсөн зоналар, «Урал батыр ерендә Йыл китабы» конкурсына йомғаҡ яһау ойошторола.
Сығанаҡ: Молодежная газета.
6+