Мәҫәлән, “Йәшлек” йәштәр майҙансығында “Сәләм, дуҫтар!” тигән акцияны, “Милли кейем – әкиәттә” театрлаштырылған тамашаһын, “Башҡорт милли кейеме” мәғлүмәтле дәресен, Ырымбурҙа Милли кейем көнөнә концерт кеүек сараларҙы үткәреү йә башлау 15 апрелгә үк планлаштырылған. Ә “Милли кейем – халҡымдың мираҫы” этно-сәйәхәте, социаль селтәрҙәрҙә “Башҡорт милли кейеме” флешмобы 14 апрелдән үтә. Социаль селтәрҙәрҙә “Көндәлек тормошта этностиль” фотоконкурсы 8 апрелдә иғлан ителде.
Ҡайһы бер саралар 18-енән һуң да дауам итәсәк.
Милли кейем көнөндә Өфөлә ҙур байрам саралары үтәсәк. Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапхана алды майҙаны, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһы, Еңеү паркы, В.И.Ленин исемендәге майҙан, Дуҫлыҡ монументы алды, Арт-Квадрат һәм башҡа майҙандар гөрләп торасаҡ.
Байрам саралары Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында ғына түгел, Ырымбур, Ҡурған өлкәләрендә лә үткәреләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала Милли кейем көнө Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2020 йылдан бирле сентябрь һәм апрель айҙарында ойошторола.
#МиллиКейем2025 #НациональныйКостюм2025
Фото: Башинформ.
0+