-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель , 21:52

“Билбау” саҡыра

18 апрелдә Милли кейем көнө уңайынан Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге майҙанында “Билбау” тигән ҙур сара була.

“Билбау” саҡыра
“Билбау” саҡыра

18 апрелдә Милли кейем көнө уңайынан Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге майҙанында “Билбау” тигән ҙур сара була.

Киске 5-тә башланасаҡ тамашала сағыу милли кейемдәрҙәге фольклор ансамблдәре сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан халыҡтарының йырҙары, бейеүҙәре күңелдәрҙе күтәрәсәк. Шулай уҡ викториналарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, төрлө күргәҙмәләрҙе ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Ҙур майҙан был көндө ғаилә менән килеп ял итеү урынына әйләнәсәк.

0+

#МиллиКейем2025 #НациональныйКостюм2025

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас