-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель , 21:17

Сигеү йорто асылды

Әүәл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йортон аллы-гөллө сигеүҙәр менән биҙәгән. Сигеүле мендәр тыштары, шаршау, тәҙрә ҡорғандары, һөлгөләр, ашъяулыҡ, алъяпҡыс өйгә ҡот, йәм биргән. Ҡәҙерле ҡомартҡыға әйләнгән сигеү өлгөләренә ҡарап, оҫта ҡуллы ҡыҙҙар, ханымдар беҙҙең заманда ла күҙ яуын алып торған әйберҙәр хасил итә.

Милли кейем көнө алдынан Роза Юлдашбаеваның Башҡорт сигеүе йорто асылған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Роза Юлдашбаева – билдәле рәссам-модельер, оҫта сигеүсе. Ул Германияла, Ираҡта халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан, хайран иткес эштәре Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана.

Башҡорт сигеүе йортонда Роза Юлдашбаеваның уникаль сәнғәт әҫәрҙәре, шулай уҡ сағыу башҡорт сигеү мәҙәниәте өлгөләре ҡуйылған.

Сығанаҡ: Башинформ.

#МиллиКейем2025   #НациональныйКостюм2025

Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Сигеү йорто асылды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас