-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Апрель , 10:29

Байрамға ашығығыҙ, дуҫтар!

Бөгөн, 18 апрель, Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн билдәләй. Белеүегеҙсә, Милли кейем байрамы йылына бер түгел, ике тапҡыр үткәрелә. Башҡортостан башлығының бойороғона ярашлы, һәр апрелдең өсөнсө йомаһы менән сентябрҙең икенсе йомаһы халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни тамырҙарын данлау көнөнә әйләнде. Был сағыу датаны  республикабыҙ халҡы 2020 йылдан бирле  байрам итә.

Байрамға ашығығыҙ, дуҫтар!
Байрамға ашығығыҙ, дуҫтар!

Майҙандарҙа, мәҙәниәт һарайҙарында, музейҙарҙа бай программа көтә.

Өфөнөң Ә.Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы алдында “Халыҡтарҙың тере йолалары” сараһы үтә. Еңеү паркында, Ленин исемендәге майҙанда, Дуҫлыҡ монументы алдында “Еңеүҙең халыҡ хоры” акцияһы бара. “Йәшлек” йәштәр майҙансығында “Сәләм, дуҫтар!” акцияһы була.

Өйҙә ултырып та байрам рухын тойорға мөмкин. “Башҡортостан” киностудияһы сайтында Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәренә арналған документаль фильмдар күрһәтелә.

Мәктәптәрҙә “Мин милли кейемдә уҡыйым” акцияһы, милли кейемдәр, биҙәктәр, милли кейем тураһында әҙәбиәт күргәҙмәләре, тематик дәрестәр, синыф сәғәттәре үткәрелә.

Байрам иртәгә лә дауам итә. Арт-квадратта “Милли кейем әкиәттә” тамашаһы була. Кейемдәр парады, фотосессия, ҡурайсы Земфира Рәшитованың сығышы, “Байрам” бейеү коллективы ҡатнашлығында концерт – һәммәһе үҙ тамашасыһын көтә.

Спорт һөйөүселәр өсөн 1574 метрға йүгереү ойошторола.

Бөгөн көн йылы була, синоптиктар 15-20 градус вәғәҙә итә, урыны-урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин, тигәндәр. Әле, иртәнге яҡта, көслө булмаһа ла һалҡынса еле бар.

 

#МиллиКейем2025   #НациональныйКостюм2025

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас