

Бәләкәй йондоҙҙар ҡатнашлығында “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналының йыл һайын була торған концерты үтте. Быйылғы тамашаны Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, “Еңеү рухы йөрәктә” тип атағандар.
Сәхнәлә “Тамыр” телеканалының вокал студияһы таланттары, “Сулпылар”, “Елкән” телевизион конкурстары еңеүселәре, “Дарман”, “Торатау” бейеү ансамблдәре, ҡурайсылар, кадеттар, “шайморатовсылар” сығыш яһаны. Башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары Әнисә Яхина, Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, йәш башҡарыусылар Гәлсәр Байғусҡарова, Рим Рәхимов, Гөлнара Рәшитова ҡатнашты.
Концертты ҡуйыусы режиссер Ләйсән Солтанғолова, сценарий авторы Гөлназ Ишемғолова, рәссам-дизайнер Айгөл Бикбаева, ғөмүмән, “Тамыр” телеканалының бөтә ижади коллективы дөрөҫ йөкмәткеле, сағыу, заманса тамаша ижад иткән.
Бик һәләтле бәләкәй башҡарыусылар үҫә. Афарин! Ҡыуандыра ла, ғорурландыра ла.
Сығанаҡ: Башинформ.