17 апрелдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында "Шаян-лига - 2025" СуперФиналы булды!
"Шаян-лига”ның инде өсөнсө миҙгеле лә үтеп китте.
Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары Фонды һәм БР йәштәр сәйәсәте Министрлығы булышлығында «Шаян-лига «ижади кластеры» проекты сиктәрендә үтте.
2024 йылдың ноябрь айынан башлап 4 төбәктә шаяндар һәм тапҡырҙар уйындары үткәрелеп, СуперФиналға иң яҡшы командалар килеп етте. Уларға Өфө ҡалаһында булған “Шаяниум” фестиваленән дә иң яҡшы командалар ҡушылды.
Уйын һөҙөмтәләре шулай:
3-сө урын - "ТТ" (Тәтешле районының 2-се мәктәбе), "Үәт ҡыҙыҡ" (Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбе), “ХХ централ” (Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина ис. 20-се башҡорт гимназияһы);
2-се урын – “17 йыһан” (Өфө ҡалаһының 17-се мәктәбе), “Тәтеш” (Тәтешле районы балалар ижады үҙәге) , “Етегән+1” (Өфө ҡалаһының Р.Бикбаев ис. 102-се башҡорт гимназияһы);
1-се урын - ЧЕМПИОНДАР – “Баш бармаҡ” (Сибай ҡалаһы) и "4К" (Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбе).