2025 йылдың 1 сентябренән Рәсәй мәктәптәрендә берҙәм дәрес теҙмәһе, йәғни расписание, индерәләр. Проект өҫтөндә эш тамамланып килә, тигән РФ мәғариф министры Сергей Кравцов.
Министр әйтеүенсә, берҙәм планлаштырыу уҡытыусыларға төшкән көсөргәнеш күләмен, шулай уҡ уларҙың нисәшәр уҡыусыны уҡытҡанын күрһәтәсәк. Контроль эштәргә һәм белемде тикшереү эштәренә лимит ҡуйыла, ул программа буйынса ҡаралған дәрестәрҙең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш була.
Сығанаҡ: Башинформ.