28 апрелдә мәктәп командалары араһында рус шашкаһы буйынса “Мөғжизәле шашка” Бөтә Рәсәй ярышының төбәк этабы финалы асыла.
Ярыштың тәүге этаптары мәктәптәрҙә, шунан район-ҡалаларҙа үткәне. Ошо ике этапты уҙған командалар хәҙер Башҡортостан кимәлендә көс һынашырға әҙерләнә. Иң яҡшылар артабан Рәсәй турнирында ҡатнашасаҡ.
Командалар 14 йәшкә тиклемге бишәр кешенән торасаҡ: 3 малай, 1 ҡыҙ һәм команда етәксеһе.
Төбәк ярышы Өфөлә “Торатау” конгресс-холында үтәсәк. 28-е иртәнге 10-да сараны асыу тантанаһы була, 10 сәғәт 40 минутта 1-се тур башлана. Еңеүселәрҙе иғлан итеү һәм бүләкләү 29 апрелгә билдәләнгән.
Сараны БР Спорт министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора, Рәсәй Шашка федерацияһының Башҡортостан бүлексәһе үткәрә.
Фото: By Gronchih - Own work, CC BY-SA 3.0, commons.wikimedia