-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель , 14:03

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант көнө етеп килә

Тағы бер ҡат иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар: 26–28 апрелдә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант була. Телебеҙгә, уны өйрәнеүгә  йәмәғәтселектең иғтибарын  арттырыуға, тел мәҙәниәтен күтәреүгә, башҡорт телен Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә пропагандалауға йүнәлтелгән сарала бөтәбеҙ ҙә ҡатнашырға тырышайыҡ!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант көнө етеп килә
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант көнө етеп килә

11-се халыҡ-ара диктант Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.

Онлайн форматта яҙыу. 26 апрелдә 11 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башлана. Уның барышында дикторҙар диктанттың өс вариантын уҡый (башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектта һөйләшеүселәр өсөн).

Эфир тамамланғандан һуң яҙма bashdictant.ru сайтына, https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыласаҡ. Тура эфирға ҡушыла алмаған осраҡта диктантты, ошо яҙмаларға инеп, һуңыраҡ та яҙырға була. Диктанттың фотоһын (сканын) t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.  

Офлайн форматтағы диктант  26 апрелдә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында, 28 апрелдә - “Йәшлек House” йәштәр йортонда төп майҙансыҡтар ойошторола.

Офлайн майҙансыҡтарҙы мәҙәниәт, белем биреү ойошмалары, төрлө предприятиелар үҙҙәре лә ойоштора ала. Бының өсөн 10 апрелдән 25 апрелгә тиклем bashdictant.ru сайтында майҙансыҡты теркәргә кәрәк.

Эштәрҙе майҙансыҡтарҙы ойоштороусыларға ҡалдырырға, улар артабан эксперттарға тапшыра.

Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.

Диктантта ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йә телеграм-боттан ебәреләсәк.

(Журналдың сайтында сыҡҡан мәғлүмәтте хәтерегеҙгә төшөрҙөк).

#башҡорттелендәдиктант #башдиктант2025 #диктантпобашкирскомуязыку #башҡортсадиктантяҙам

6+

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас