-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель , 16:26

Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ

30 майҙа башланасаҡ “Китап байрамы”нда “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсы еңеүселәре асыҡланасаҡ.

Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ
Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ

Конкурсты Башҡортостандың Матубғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ойоштора.  Маҡсат – социаль әһәмиәтле иң яҡшы әҫәрҙәрҙе асыҡлау, уларҙы популярлаштырыу, Башҡортостан нәшерселәренең  эшмәкәрлеген илгә күрһәтеү һәм лайыҡлы баҫмаларҙы Рәсәй китап баҙарына сығарыу.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү мартта уҡ башланған һәм 10 майға тиклем дауам итә. Конкурста  Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең дә нәшриәттәре һәм полиграфия предприятиелары ҡатнашырға хоҡуҡлы. Еңеүселәр  “Китап байрамы” III  халыҡ-ара китап йәрминкәһен ябыу тантанаһында иғлан  ителәсәк һәм бүләкләнәсәк. Сара  1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк.

Китап нәшерләү буйынса абруйлы белгестәр ете номинацияла иң яҡшыларҙы асыҡлаясаҡ:

фәнни, фәнни-популяр баҫма;

нәфис әҙәбиәт баҫмаһы;

балалар һәм үҫмерҙәр өсөн баҫма;

тыуған яҡты өйрәнеү тураһында баҫма;

Рәсәй халыҡтары телдәрендәге баҫма;

мәҙәниәттәр диалогына өлөш индергән баҫма;

баҫманың нәфис-график биҙәлеше.

Йәнә бер баҫма Башҡортостан Башлығының махсус призына лайыҡ буласаҡ.

Конкурстың Положениеһы – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында

6+

Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ
Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ
Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ
Урал батыр ерендәге йыл китабы асыҡланасаҡ
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас