“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, республиканың атҡаҙанған матубғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманованың тексын Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Лилиә Бикбаева әйтеп яҙҙырҙы. Лилиә Ғилметдин ҡыҙы ошо мәктәптә 25 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Диктантты яҙыусыларҙың күпселеге лә ошо гимназияла уҡыған балаларҙың ата-әсәһе булды.
Диктантты яҙып бөткәс, ҡатнашыусылар күмәкләшеп фотоға төштө.
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант
#башдиктант2025
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам