-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 16:39

Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?

Бөгөн республикала, шулай уҡ тотош Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә бик күп халыҡ башҡортса диктант яҙҙы. Быйылғыһы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә бағышланды. 

Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорто быйыл да башҡортса диктант яҙыу майҙансыҡтарының береһенә әйләнде. Бында диктант яҙырға депутаттар Фәрит Ғүмәров, Шамил Тимербулатов, Камил Бузыҡаев, Заһир Хәкимов, Юнир Ҡотлоғужин килгән. Республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатааһы ағзалары, Секретариат хеҙмәткәрҙәре,  саҡырылған ҡунаҡтар, ҡала кешеләре лә диктантҡа ҡушылды.

Быйылғы текстарҙың авторҙары – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты Зөһрә Ҡотлогилдина менән “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, республиканың атҡаҙанған матубғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миләүшә Ҡаһарманова.  Диктантты Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйесе Айбулат Хажин әйтеп яҙҙырҙы.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт пелагогия университетында өс аудиторияла 300 кеше диктант яҙҙы. Улар араһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, вуз уҡытыусылары булды. Ҡатнашыусыларҙы БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева менән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның йәштәр сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Радик Юлбаев сәләмләне. “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле сығышы менән яҡшы кәйеф бүләк итте. Аудиторияларҙың береһендә диктантты филология фәндәре докторы, университеттың  Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәева әйтеп яҙҙырҙы.

Ошонда уҡ текстарҙың авторҙары Миләүшә Ҡаһарманова менән Зөһрә Ҡотлогилдина ла  диктант яҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды етәксеһе Гөлназ Йосопова уларға рәхмәт белдерҙе.

Диктант яҙыу урындары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт үҙәктәрендә, компанияларҙың офистарында, йәмәғәт структураларында эшләне. Онлайнда яҙыусылар “БСТ” телеканалының тура эфирына ҡушылды.

Яҙылған тексты фотоға төшөрөп йә сканлап, bashdictant2025@yandex.ru йәки  https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына ебәрергә кәрәк. Эштәр 2025 йылдың 28 апреленә тиклем Өфө ваҡыты менән 23:59 сәғәткәсә ҡабул ителәсәк.

Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә ҡатнашыу тураһында электрон сертификат ебәрелә.

Рәсми йомғаҡ 30 көн эсендә  https://bashdictant.ru/ сайтына ҡуйыласаҡ.

 

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант

#башдиктант2025

#диктантпобашкирскомуязыку

#башҡортсадиктантяҙам

Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Ә һеҙ яҙҙығыҙмы?
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас