Рәсәйҙә Беренселәр хәрәкәте Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы яҡынлашып килгәндә “Еңеү тәҙрәләре” тигән акция башлағайны. Уға ярашлы, һәр кем өйөнөң, фатирының, эш урынының тәҙрәләрен бөйөк датаға арналған йәбештермә һүрәттәр, үҙе төшөргән рәсемдәр, фотолар менән биҙәй ала. Еңеү биҙәктәре предприятиелар, ойошмалар, йәмәғәт урындары тәҙрәләренә лә яғыла.
Тәҙрә биҙәү акцияһы балаларға ла, ололарға ла тарихыбыҙға ҡағылыу мөмкинлеген бирә, совет халҡының ҡаһарманлығы һәр саҡ иҫтә икәненә ишаралай.
Бындай сараны Беренселәр былтыр ҙа үткәргән. Башланғысты күтәреп алыусылар Рәсәй буйлап 3 миллиондан ашыу тәҙрәне биҙәгән.
Тәҙрә акцияһы быйыл да әүҙем бара. Беренселәр, Еңеү символикаһы төшөрөлгән 30-ҙан ашыу трафарет төрө эшләп, хәрәкәттең сайтына элгән.
Сара 16 апрелдә башланды һәм 9 майға тиклем дауам итәсәк.
#Аманат_конкурстар #Аманат_Еңеү80 #Победа80 #ОкнаПобеды