

Уҡытыусылар съезын ойоштороп үткәреү эшен Башҡорт теле һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһы йөкмәгән. Уның рәйесе – Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рифат Әйүпов.
Рифат Риф улы әйтеүенсә, Ассоциацияның эшмәкәрлегендә гранттар ҙур урын биләй. Шуның ярҙамында башҡорт телен уҡытыу өсөн кәрәкле методик ҡулланмалар, тел өйрәтә торған уйындар, уҡытыусыларҙың оҫталығын арттырыуға йүнәлтелгән проекттар барлыҡҡа килә. Әле “Педагогик оҫтахана” тигән проект эш башларға тора. Ул 50-ләгән йәш уҡытыусыға башҡорт телен уҡытыу методикаһын шымартыу, балаларға телде өйрәтеү алымдарын еткереү йүнәлешендә эшләйәсәк.
Һүрәттә: Силәбе өлкәһендә Дербиш мәктәбендә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара семинарынан күренеш. Сараны Ассоциация БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Арғаяш районының мәғариф идаралығы һәм башҡорт теле уҡытыусылары менән берлектә ойошторған.