+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
7 Май 2025, 07:38

Юлдыбайҙар – беренсе!

Өфөлә Башҡортостандың “Мәктәп лигаһы”  балалар волейбол турниры үтте. 5-6 майҙа уның финалы булды. “Динамо” спорт залында үткән ярыштарҙа республиканың иң көслө командалары асыҡланды.

Юлдыбайҙар – беренсе!Юлдыбайҙар – беренсе!
Юлдыбайҙар – беренсе!

Ҡыҙҙар командалар араһында Дыуан районы Ярославка мәктәбе беренселекте яуланы.  Яңауыл ҡалаһынан Мөҡсинов исемендәге гимназия – икенсе, Йәрмәкәй ауылы мәктәбе командаһы өсөнсө булды.

Егеттәр араһында беренсе урынды Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбенең таҫыллылар командаһы яуланы.

Икенсе урында – Оло Ыҡтамаҡ, өсөнсө – Яңауыл ҡалаһының Мөҡсинов исемендәге гимназияһы командалары.

Еңеүселәр һәм призерҙар ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.

Фото: Башҡортостан Волейболь федерацияһының ВК сәхифәһенән.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас