Сара барышында "Балаларҙың өҫтәмә белем биреү педагогының профессиональ портфеле: әҙерлектән алып үҫешкә тиклем" форумы ла үтте.
Фойела милли кейемле ҡурсаҡтар күргәҙмәһе эшләне.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән минстры Илдар Мәүлетбирҙин билдәләүенсә, балаларға өҫтәмә белем биреү – мәғарифтың бер тармағы ғына түгел, ә тотош бер ҙур донъя.
Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы рәйесе Лариса Солодилова сараның үтеүенә күп көс һалғаны өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа оло рәхмәтен әйтте, конкурстың тарихы тураһында һөйләне. Иң тәүҙә 1-се “Арктур” Калининградта үткәрелгән. Шунан бирле унда бөтәһе ике мең ярым педагог ҡатнашҡан, 550-һе – лауреат, 95-е еңеүсе булған.
Ниңә был конкурсты “Арктур” тип атағандар? Күк йөҙөнөң төньяҡ яртыһында иң яҡты йондоҙҙарҙың береһе ул Арктур. Ҡояштан 110 тапҡыр яҡтыраҡ. Арктур уңышҡа юлды яҡтырта. “Арктур” конкурсы яңы йондоҙҙар аса.
Профсоюз рәйесе урынбаҫары Елена Елшина 10-сы “Арктур” өсөн ни өсөн Башҡортостан һайланғанын аңлатты.
– Һеҙҙе республикағыҙ уникаль. Ул күп милләтле, ҡыҙыҡлы традициялары бар, унда йәшәгән бөтә милләттәргә ихлас мөнәсәбәт һиҙелеп тора. Бөгөн былар бигерәк тә мөһим. Бынан тыш, беҙҙең конкурста Башҡортостан ойошмалары йыш еңә. Быйыл да республиканан ҡатнашыусылар күп.
Педагогтар конкурсҡа үҙенең бай тәжрибәһен, ҡыҙыҡлы эш үрнәктәрен алып килгән.
Сара барышында Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған "Венец России" тигән видеоролик күрһәтелде.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Сығанаҡтар: “Башҡортостан” һәм “Белебеевские известия” гәзиттәре.