“Дүләт хеҙмәттәре” аша йорт проблемаларын хәл итеү еңелләшә. Яңы ҡушымта эшләй башлағаны бирле торлаҡты хеҙмәтләндергән ойошмаларҙың яуаплылығы күтәрелә бара – мөрәжәғәттәргә яуап биреү торошо буйынса быйылғы 4 айҙы былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырып, министрлыҡта шундай һығымтаға килгәндәр. Халыҡтың Дәүләт торлаҡ инспекцияһына мөрәжәғәттәре һанының ҡырҡа кәмеүе лә шуны дәлилләй.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ҡушымтаның иң популяр бүлеге булып ҡала. Аҡсаны етеҙ күсереү хеҙмәтен (СПБ) ҡулланһаң, түләүҙәр өсөн комиссия алынмай. Май айында көтөлгән яңыртыу тағы бер уңайлыҡты өҫтәй: ҡушымтала кәрзин барлыҡҡа киләсәк. Уға ырғытҡан квитанцияларҙың бөтәһе өсөн бер түләү операцяиһы үткәреү етә. Түләү документтарында “Артығы түләнгән” тигән статус та уңайлы яңылыҡ буласаҡ: элегерәк аванс итеп индерелгән аҡсаларың күренеп торасаҡ.
Ҡушымтала барлыҡҡа киләсәк тағы бер уңайлыҡ – ҡушымта аша идара итеүсе компанияңдың авария хеҙмәте менән бәйләнешкә инеү мөмкинлеге. Авария тураһында һә тигәнсе хәбәр итеп буласаҡ.
Ҡушымтала авторлашыу “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында раҫланған иҫәп яҙмаң аша башҡарыла. Милкең, иҫәп приборҙары һәм иҫәптәрең тураһындағы мәғлүмәттәр автоматик рәүештә йөкләнә. Милек хужаһы булмаған кешеләргә йәшәгән торлағын порталда теркәтеү өсөн милек хужаһынан “ҡунаҡҡа рөхсәт” тигән рөхсәтте алырға кәрәк.
Сығанаҡ: Башинформ.