-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 19:08

“Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!” фестивале балаларҙы көтәсәк 0+

III “Китап байрамы” Халыҡ-ара йәрминкәһе майҙансығында  XIII “Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!” танып белеү, үҫеш һәм ҡулланма балалар әҙәбиәте фестивале лә үтәсәк. Уны 30 май – 1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында  Мәскәүҙең “Формат-М” нәшриәте ойоштора.  

“Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!” фестивале балаларҙы көтәсәк  0+
“Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!” фестивале балаларҙы көтәсәк 0+

Был сара балалар өсөн бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Ундағы сығыштарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәре сағылыш табасаҡ. Яҙыусылар бәләкәс ҡунаҡтарҙы  күҙгә-күҙ ҡарашып, үҙҙәренең әҫәрҙәре тураһында ихлас һөйләшеүҙәргә саҡыра.  

Оҫталыҡ дәрестәрендә балалар пластилинография, мамыҡ уйынсыҡтар, аппликация, милли кейемле ҡурсаҡтар тегеү, фетрҙан тегеү, декупаж, скрапбукинг, ҡағыҙ менән нәфис эштәр техникалары һ.б. менән танышыр. Ата-әсәләргә, педагогтарға, китапханасыларға методик һәм педагогик тәжрибәләр менән танышыу мөмкинлеге булыр. Башҡа күп төрлө мауыҡтырғыс саралар ҙа ойоштороласаҡ.

Фестиваль программаһы менән бында таныша алаһығыҙ.

0+

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас