Балаларҙы уйната торған урын ғыналыр был, тип уйлап ҡуймағыҙ. Ғәмәлдә етди-етди ағайҙар һәм апайҙарҙың, эшҡыуарҙарҙың, ғалимдарҙың, белгестәрҙең фекер алышыуынан торасаҡ ул төп эш. Шунһыҙ булмай: уйынсыҡтарҙың һәм уйындарҙың да ғилми нигеҙҙәре, балаларға файҙаһын раҫлаған дәлилдәре булырға тейеш. Уйынсыҡтар балаларҙы тәрбиәләй, шуға улар һәр яҡлап тикшерелә.
Пленар ултырышта уйынсыҡтар һәм уйындар тармағының үҫеш мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Түңәрәк ҡорҙарҙа белгестәр тәжрибә уртаҡлашасаҡ, төрлө төбәктәрҙә уйынсыҡтар етештереү тармағындағы яңылыҡтарҙы өйрәнәсәк һәм уларҙы күбәйтеү сараларын ҡараясаҡ.
Совет майҙанында дүрт көн буйы Рәсәй етештереүселәренең күргәҙмәләре эшләйәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар, өҫтәл уйындары буйынса ярыштар, спорт турнирҙары, популяр Рәсәй артистарының сығыштары форумға байрам төҫөн бирәсәк һәм халыҡты ла йәлеп итәсәк. Фестивалдең һәр иртәһен йәнһүрәттәр персонаждары менән бергәләп иртәнге зарядканан башлау күҙҙә тотола. Республика театрҙары балалар өсөн спектаклдәр күрһәтәсәк. Республиканың Милли музейында “Әкиәтле бала саҡ” күргәҙмәһе асыласаҡ. Тематик квиздар майҙансығы Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында эшләйәсәк.
Балалар, “Фронтҡа асылма” акцияһында ҡатнашып, МХО яугирҙарына һүрәт төшөрөп ебәреү һәм хат яҙыу акцияһында ҡатнаша аласаҡ.
Шулай уҡ “Уйынсыҡ бүләк ит” хәйриә акцияһы ойоштороласаҡ.
0+