-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Май , 15:27

Атайсалдың ҡөҙрәте ниҙә?

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Атайсал” проекты сиктәрендә барған IV “Ватан көсө”  республика форумының эш асылын, моғайын, ошо һорау менән һүрәтләп булалыр.

Атайсалдың ҡөҙрәте ниҙә?
Атайсалдың ҡөҙрәте ниҙә?

Форум барышында республикабыҙҙа тыуып үҫкән төрлө кешеләрҙең атайсалын үҫтереүгә, яҡшыртыуға, йәшәтеүгә индергән өлөшө яҡтыртылды. Уларҙың тырышлыҡтарын берләштереү юлдары, эштәрен тағы ла һөҙөмтәлерәк итеү саралары эҙләнде. Махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү темаһы айырым урын алып торҙо. “Атайсал” Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына хеҙмәт итә.

 “Атайсал” проекты быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.

Форумдың пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

«Если изначально это было движение на благо родного села или города, то сегодня оно стало выражением нашего общего единства. Сегодня «Атайсал» объединяет тех, кто добился успеха за пределами Башкортостана и помогает своей малой родине. Тех, кто, живя и работая здесь, вносит свой вклад в процветание родного края. Тех, кто помогает участникам специальной военной операции и их семьям. Можно сказать, что «Атайсал» становится общенациональным движением, основанным на важных реальных делах, приносящих пользу республике и всей стране», – тине Радий Хәбиров, проекттың асылы һәм әһәмиәте тураһында һөйләп.

“Атайсал” – ул кешеләрҙең конкрет эштәре. Проектҡа Башҡортостан Башлығының тәҡдиме менән 1921 йылда башланғыс һалынған. Үткән дүрт йыл эсендә унда 7500 кеше ҡатнашҡан; 1 миллиард 750 миллион һумлыҡ 31 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, «даже эта внушительная сумма не отражает всего масштаба нашего  движения. Не всё можно измерить в деньгах. Многие люди помогают своим трудом, прилагая все свои силы. Участники форума реализовали множество полезных инициатив – оборудовали около 950 детских и спортивных площадок, построили и отремонтировали более 500 мечетей и церквей. Привели в порядок около тысячи мест захоронений, свыше 2000 памятников и обелисков. Отремонтировали сотни километров дорог. Благоустроили более 900 родников. Провели более 15 тысяч важных событийных мероприятий. Список добрых дел – очень внушительный». 

Бөгөнгө форум 10 секцияла эшләне. Секцияларҙың темалары: “Атайсал. Яҡташтар менән бергәбеҙ” эшлекле һөйләшеүе, “Атайсал киләсәге. Йәштәр флагмандары” стратегик сессияһы, “Атайсал. Иртәгәһе көнгә күперҙәр һалабыҙ”,  “Бергәләп еңербеҙ”, “Атайсал. Туған традициялар”, “Ғаилә ҡиммәттәре. Беҙ – ғаилә усағын, йолаларҙы, Атайсалдың именлеген һаҡлаусылар”, “Атайсал. Бөтәһе лә еңеү өсөн” түңәрәк ҡорҙары, “Үҙебеҙҙекеләр өсөн ирҙәр клубы” проекты, “Атайсал. Нисек тамырҙарыңды табырға” оҫталыҡ дәресе.

Балаларға тәғәйенләнгән секция “Атайсал. Беҙҙекеләр!” тип аталды. Нәҡ ошо секцияның эше менән ентекләберәк танышырбыҙ. Уны “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы ойоштороп үткәрҙе.

Төштән һуң ҡатнашыусыларҙы “Атайсал. Ватан көсө” асыҡ дискуссия майҙансығы йыйҙы.

Ә. АҠБУТИНА.

Фото: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас