+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Май 2025, 09:28

Китап байрамында Балалар йыйылма хоры сығыш яһаясаҡ

0+ III «Китап байрамы» халыҡ-ара  китап йәрминкәһендә Башҡортостандың Балалар йыйылма хоры ҙур концерт бирәсәк.  «Мәңгелек юлдар» тигән программа, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналып,  1 июнь Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә форумдың төп сәхнәһендә  (Совет майҙаны) күрһәтеләсәк.

Китап байрамында Балалар йыйылма хоры сығыш яһаясаҡКитап байрамында Балалар йыйылма хоры сығыш яһаясаҡ
Китап байрамында Балалар йыйылма хоры сығыш яһаясаҡ

Балалар йыйылма хоры составына Өфө, Стәрлетамаҡ, Октябрьский ҡалалары, Баҡалы, Бөрө, Иглин, Илеш, Белорет райондары балалар музыка мәктәптәренән һәм сәнғәт мәктәптәренән  20 хор  коллективы ингән.  Йыйылма хор 600-ләп кешенән тора.

Программала – 17 әҫәр. Хор Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын, В. Баснерҙың «С чего начинается Родина?», Д. Тухмановтың «День Победы», М. Блантерҙың «Катюша», З. Исмәғилевтең «Шайморатов генерал» тигән патриотик йырҙарын, шулай уҡ В. Шаинскийҙың «Вместе весело шагать», Р. Сәлмәновтың «Подарю стране цветы», Д. Кабалевскийҙың «Наш край», Н. Дауытовтың «Берҙән-берем – ғәзиз ерем» йырҙарын башҡарасаҡ. Ҡайһы бер композициялар русса ла, башҡортса ла яңғыраясаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Балалар йыйылма хоры 2014 йылда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәҡдиме менән булдырылған.  Хорҙың художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Алһыу Хәсбиуллина.

...Балалар йыйылма хорының 2015 йылдағы иң тәүге концертында ҡатнашҡан бер ҡыҙ әлеге көндә Өфөнөң 14-се балалар музыка мәктәбендә эшләп йөрөй. Һөнәр һайлауына, үҙе әйтеүенсә, шул ҙур концертта ҡатнашыуы ла рухландырған. Буласаҡ тамашала ул үҙе әҙерләгән хор коллективы етәксеһе булараҡ ҡатнашасаҡ.

Кем белә, бәлки, быйылғы ҙур концерт та унда ҡатнашҡан балаларға ла, тамаша ҡылған балаларға ла сәнғәткә илткән бер этәргес булыр.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас