

Мин дә ҡурҡа инем, шуға күрә гуманитар профилдә уҡыным. Әммә бөгөн бик күп ата-әсәйҙәр балаларын мәктәптә математика профиленә уҡырға бирә.
5-11-се синыф уҡыусыларының 53 проценты иһә математика дәрестәрендә көсөргәнеш икән. Шулай итеп, балаларға «математик хәүеф» янай. Шул уҡ ваҡытта ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк борсола икән.
Ғалимдар фекеренсә, математик борсолоу башҡа теүәл фәндәр буйынса һөҙөмтәләргә лә кире йоғонто яһай ала. Ундай осраҡта хатта һәләтле уҡыусылар ҙа математика менән бәйле дисциплиналарҙан ҡасырға тырыша. Артабан юғары технологиялы һөнәрҙәрҙе урап үтергә теләй.
Уҡыусылар математик мәсьәләләрҙең ҡатмарлығы, хаталар һәм баһалауҙан ҡурҡыу арҡаһында хәүеф кисерә һәм иң элек уҡыусы, бөтә синыф алдында яуап биргәндә дөрөҫ яуап бирә алмаһам, көләләр тип ҡурҡа. Тағы ла ата-әсәләрҙең алған билдәгә реакцияһы ла бик мөһим. Улар был билдә менән килешмәһә, аңһыҙ рәүештә балаларҙы ла математикаға ҡаршы ҡуя ала, тип һанай ғалимдар.
Шулай итеп, математика дәресендә үтә ныҡ борсолоу мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә ҡамасаулай. Уҡыусыларҙа үҙ һәләттәренә ышаныс кәмей...
Балаға ярҙам итеү өсөн уның уҡыуға мотивацияһын арттырырға кәрәк. Ата-әсәләргә баланы проблема менән бер-береһенә ҡалдырмау мөһим. Шулай уҡ уҡытыусы менән проблеманы мотлаҡ тикшерергә кәрәк: уларҙың араһындағы мөнәсәбәт ышаныслы икән, ул да борсолоуҙы кәметергә ярҙам итәсәк.
Әйткәндәй, математика буйынса уңышҡа музыканы өйрәнеү ыңғай йоғонто яһай ала. Төркиәнең Белек университеты тикшеренеүсеһе Айса Акин мәғлүмәттәре буйынса, математиканы өйрәнеүгә музыкаль «ҡатнашыуҙар» ярҙам иткән интеграцияланған дәрестәр иң һөҙөмтәлеһе икән. Бындай дәрестәрҙә ҡатнашыусыларҙың 70 проценттан ашыуы математика буйынса күпкә юғарыраҡ һөҙөмтәләр күрһәтә, ти.
Сөнки математика менән музыканың уртаҡлыҡтары күп. Мәҫәлән, математиканың төп төшөнсәләре, киҫәк һәм пропорциялар, музыка өсөн дә хас: унда ла төрлө оҙонлоҡтағы ноталарҙы киҫәк рәүешендә күрһәтеп, бер нисә музыкаль такт булдырыу һәм шулай уҡ уларҙы бергә ҡушып була. Бынан тыш, бындай берләштерелгән дәрестәр уҡыусыларҙы тынысландыра, шуның иҫәбенә шул уҡ математик хәүефте кәметә.