

5–8 июндә Өфөлә “Әйҙә уйнарға” уйынсыҡ фестивале булыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Уның маҡсаты – Рәсәйҙәге уйынсыҡтар, уҡытыуҙа ҡулланыу өсөн уйын саралары етештереүселәрҙе, медиабрендтарҙы, илдә сығарылған йәнһүрәт персонаждарын күрһәтеү, традицион ҡиммәттәрҙе нығытыу.
Фестивалдә ҡул оҫталары ла ҡатнашасаҡ. Улар ҙа үҙҙәре эшләгән уйынсыҡтарҙы күрһәтәсәк.
Компьютер уйындары экспозицияһы быйылғы фестивалдең яңылығы булып торасаҡ.
Өлкәндәргә тәғәйенләнгән сара булһа ла, бында балаларға ла бик күңелле булмаҡсы. Республика театрҙары көн һайын балалар өсөн спектаклдәр күрһәтәсәк. Уйынсыҡтарҙы уйнатып, уйындарҙа ҡатнашып буласаҡ бит. Конкурстар, ярыштар, спорт турнирҙары, өҫтәл уйындары буйынса ярыштар үтәсәк.
Сығанаҡ: Башинформ.