

"Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәгенең "Урал батыр" мәктәбе Баймаҡтың "Айыуҡай" балалар баҡсаһына барған. Бөгөн баҡса гөр килә: балалар "Урал батыр" эпосы персонаждарын кәүҙәләндерә, өҙөктәр уйнап күрһәтә. Ярыштар, конкурстар ҙа үтә. Шәптәргә приздар тапшырыла.
Сара йәнә шуныһы менән дә мөһим: балалар халҡыбыҙҙың боронғо ижад ынйыһы тураһында яңы мәғлүмәттәр ала, бәләкәйҙән ғөрөф-йолаларҙы үҙләштереп үҫә.
“Урал батыр”ға бағышланған байрам тотош бер һабантуй кеүек бара. Унда “Атайҙар ҡоро”, “Урал батыр” һәм “Һомай” студиялары эшләй.