+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Май 2025, 07:50

Күңелле каникул башланды

Өфөлә көндөҙгө лагерҙар эшләй башланы. Смена 21 көн тәшкил итә. Ял итеүселәр иртән килә, кискә ҡарай өйөнә ҡайтып китә.  Уларҙы лагерҙа көнөнә ике тапҡыр ашаталар.

Күңелле каникул башландыКүңелле каникул башланды
Күңелле каникул башланды

Балалар менән педагогтар шөғөлләнә. Ҡала парктарында квестар, спорт эстафеталары,  технопарктарҙа интеллектуаль уйындар, ижади лабораторияларҙа дәрестәр, музейҙарға, театрҙарға  сәфәрҙәр ойошторола,  бассейнға ла йөрөтәләр. Балалар юл ҡағиҙәләре тураһында викториналарҙа, төрлө уйындарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнаша.

Тәрбиәселәр булып нигеҙҙә үҙҙәренең уҡытыусылары эшләгәс, ата-әсәләр балалар сит кешегә нисек өйрәнеп китер, тип борсолмай.

Был хаҡта баш ҡаланың Мәғариф идаралығы  телеграм каналында яҙа һәм лагерҙарҙан фотолар тәҡдим итә.

Күңелле каникул башланды
Күңелле каникул башланды
Күңелле каникул башланды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас