+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Май 2025, 13:49

«СмешBand» Өфөлә сығыш яһаясаҡ! 0+

Өфөлә 5 – 8 июндә II Бөтә Рәсәй «Әйҙә уйнарға» уйынсыҡтар һәм уйындар фестивале  буласағы һәм уның Башҡортостан Башлығы инициативаһы менән үтеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.

«СмешBand» Өфөлә сығыш яһаясаҡ! 0+«СмешBand» Өфөлә сығыш яһаясаҡ! 0+
«СмешBand» Өфөлә сығыш яһаясаҡ! 0+

6 июндә 18:00 сәғәттә фестивалдең Совет майҙанындағы төп сәхнәһендә «СмешBand» музыкаль проекты (Санкт-Петербург) «От винта!» тигән концерт ҡуясаҡ.

«СмешBand»тың һәр сығышы – үҙе бер тамаша.  Ул рок, джаз, фанк, этно- һәм поп-музыка элементтарын берләштерә. Тамашасыларҙы «Смешарики» йәнһүрәтенә музыка ижад иткән һәм персонаждарҙы тауышландырған  артистар – Сергей Мардарь (Кар-Карыч менән Совунья тауышы), Михаил Черняк (Пин, Копатыч һәм Лосяш), Вадим Бочанов (Бараш) менән осрашыу көтә.

Төркөмдөң иң билдәле хиттары – «От винта», «Круглая песня», «Обормот», «Бедненький больной», «Диета для Нюши», «Мастер беспорядка», «Белым на белом».

2003 йылдан башлап композиторҙар Марина Ланда менән Сергей Васильев «Смешарики» анимацион йәнһүрәте өсөн музыка һәм йырҙар яҙа.

Бөгөн төркөмдөң репертуарында башҡа анимацион проекттар – «Малышарики» һәм «Летающие звери» йәнһүрәттәренән дә музыка бар.

0+

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас