+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
29 Май 2025, 17:58

Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!

Ниндәй матур ғаилә! Ғәйнетдиновтар-Фәйзуллиндар ғаиләһе ул. Былтыр улар шатлыҡлы үҙгәреш кисергән. “Был беҙҙең ғаиләләгесә” тигән Рәсәй конкурсында ҡатнашып, 32 еңеүсе иҫәбенә эләккәндәр. Уларға 5 миллион һумға сертификат бирелгән. Шул аҡсаға ғаилә Өфө районында баҡсалы йорт һатып алған. Күптән хыялланып йәшәгән улар ошондай өй тураһында! Бына инде хыял көтмәгәндә тормошҡа ашҡан.

Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!
Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!

Флорид Ғәйнетдинов – иҡтисадсы, ҡатыны Лилиә – юрист. Балалары Динияр, Вилдан, Дилара мәктәптә уҡый. Бөтәһе лә музыка ярата. Олаталары Рәфис Фәйзуллин баянда шәп уйнай, балаларҙа лә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән.

Ғаилә ҡатнашҡан конкурс – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһында үткәрелгән бик популяр проект. Уны быйыл да үткәрәләр. Еңеүселәр һанын арттыралар, 60-ҡа еткерәләр.

Күп балалы шәп ғаиләләр бәхетен ошо бәйгелә һынап ҡарай ала. Бының өсөн иң элек сайтҡа инеп теркәлергә кәрәк була.

Фотолар: Радий Хәбировтың телеграм-каналынан.

Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!
Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!
Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас