+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Май 2025, 06:44

«Китап Байрамы»нда яҙыусылар яңыртылған бинаны ҡабул итә

Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһы төҙөкләндерелде,  уға йәм, ҡот инде. Бөгөнгө оло байрамға уны асыу тантанаһы тәғәйенләнде.

«Китап Байрамы»нда  яҙыусылар яңыртылған бинаны ҡабул итә«Китап Байрамы»нда  яҙыусылар яңыртылған бинаны ҡабул итә
«Китап Байрамы»нда яҙыусылар яңыртылған бинаны ҡабул итә

 “Яҙыусылар йортоноң тәртипкә килтерелеүен дүрт күҙ менән көттөк. 1982 йылдан яҙыусылар  йорто булып хеҙмәт иткән  бина Өфө ҡалаһының тарихи-мәҙәни ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән. Республикабыҙ башлығы Радий Хәбиров ярҙамы менән ул яңы һулыш алды. Тағы ла бер ҙур ҡыуаныс: Башҡортостан хөкүмәте, беҙҙең Языусылар союзы рәйесе  Айгиз Баймөхәмәтовтың тырышлығы менән был бина Яҙыусылар союзына бөтөнләйгә бирелде”, –  тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Башҡортостандың  халыҡ  шағиры Ҡәҙим Аралбаев.

Төрлө фекер алышыуҙар, ижади бәхәстәр, әҙәби жанрҙар буйынса секция ултырыштары, шиғыр байрамдары йәштәрҙең ижадын үҫтереүгә киң мөмкинлектәр асыр, тип иҫәпләй аҡһаҡал.

"Бында беҙ йыйылып, ижад итеп, көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерә аласаҡбыҙ. Асыу тантанаһы сиктәрендә үҙ сафыбыҙға яңы ағзалар ҙа ҡабул итәсәкбеҙ", – тип хәбәр итте бынан алда Айгиз Баймөхәмәтов.

 

 

#КитапБайрамы­_АманатЖурналы

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас