

12-нән 13 сәғәткә тиклем шунда уҡ “Балаларға бөйөк кешеләр тураһында” Георгий Жуков: һалдаттан Еңеү маршалына тиклем” тигән интерактив сара үткәрҙеләр. Уны нәшриәттең мәғлүмәт-методик үҙәге етәксеһе Юрий Кочеров алып барҙы.
“Китап Байрамы”ның беренсе көнө “Батырҙар тураһында һүҙ” тип аталыуы, Бөйөк Ватан һуғышына, махсус хәрби операцияға бағышланыуы тураһында әйткәйнек итте. Шуға беренсе көндә патриотик рух, илһөйәрлек, Бөйөк Еңеү, МХО темаларына өҫтөнлөк бирелә.
Юрий Кочеров “Аманат” хәбәрсеһенә шуларҙы һөйләне: “Георгий Жуковты беҙ бөтәбеҙ ҙә яҡшы беләбеҙ, әлбиттә. Еңеү маршалы булараҡ беләбеҙ, Ҡыҙыл майҙан алдында Тарих музейында уның һәйкәле торғанын беләбеҙ. Ә бит атаҡлы Еңеү полководецы булғанға тиклем ул да бәләкәй генә ауыл малайы булған. Уның бөтә тормошо – Мәскәү өләкһендәге Стрелковка ауылынан башланып Еңеү маршалына тиклеге юл”.
Кешенең шәхесе бала саҡта формалаша, бала саҡта уның холҡо, донъяға ҡараштары һалына. Холҡо һәм ҡараштары уны бөтә тормошо буйынса оҙата бара. Китап иһә балаларға Жуков кеүек бөйөк кеше булыу серҙәрен төшөндөрә. Хатта балаларға уның ҡайһы бер һыҙаттарын күсереп, үҙенең холҡон шымартыуҙа ҡулланырға мөмкин буласаҡ, ти Юрий Кочеров.
Балаларҙы нәшерселәр Кирилл Кочегаров менән Елена Петухованың “Шаги к Победе” тигән китабы менән таныштырҙы. Был китап балаларға тәғәйенләнгән һәм мәшһүр полководец тураһында бик аңлайышлы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
Тирмәлә балалар Георгий Жуков тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм һоҡланыс мәғлүмәттәр белде.
#КитапБайрамы_АманатЖурналы