

Был сатырҙа пластинография, скрапбукинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара, балалар мамыҡ уйынсыҡтар, халыҡса ҡурсаҡтар, аппликациялар эшләп өйрәнә. Ата-әсәләргә ярҙамға Мәскәү, Рязань, Курск, Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалалары авторҙарының баҫмалары ярҙамға килә.
Балалар, байрамға килеп, асығып китһәгеҙ, Совет урамы буйлап Пушкин урамы сатынан Зәки Вәлиди урамы сатына тиклем “Тәмле урам” эшләй. Өфөләге бөтә тәмлекәстәр шунда йыйылған.
Сығанаҡ: Башинформ.