

Традиция буйынса был акцияны Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана үткәрә. Хеҙмәткәрҙәр һыуытҡыстарҙы сағыу төҫтәргә буяп, уларҙы витрина итеп ҡулланған, эсенә китаптар тултырған. Теләгән һәр кем һыуытҡыста булған китаптарҙың оҡшағанын бушлай ала. Китапханасылар китап йәрминкәһе эшләгән өс көн дауамында һыуытҡыстарҙы әҙәбиәт менән тулыландырыуҙы дауам итәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, III Халыҡ-ара «Китап-Байрам» йәрминкәһе 30, 31 майҙа һәм 1 июндә дауам итәсәк.
#КитапБайрамы_АманатЖурналы