+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
31 Май 2025, 10:50

Боҙватҡыс батырҙары - комикста

«Китап Байрамы»нда билдәле полярник Евгений Ферштер менән Калиниград өлкәһендә урынлашҡан Донъя океаны музейының Санкт-Петербургтағы “Красин” боҙватҡысы” филиалы директоры Ирина Стонт ҡатнашты.

Боҙватҡыс батырҙары - комикстаБоҙватҡыс батырҙары - комикста
Боҙватҡыс батырҙары - комикста

Евгений Левитович – Полюсҡа күп һанлы экспедицияларҙа ҡатнашҡан кеше, «Ике капитан эҙенән» тигән тарихи-мемориаль экспедиция составында ла булған. Был экспедиция  2010 һәм 2011 йылдарҙа Франц-Иосиф Ере архипелагында үтте. Ул Г.Л. Брусилов менән В.И. Альбанов экспедицияларының һәм «Изге Анна» шхунаһының эҙҙәрен эҙләүгә бағышланды.

— Өфөләге В.И. Альбанов исемендәге Полярниктар музейы менән беҙҙе ныҡлы дуҫлыҡ бәйләй, асылғандан алып уның үҫешен күрәбеҙ. Мәктәп уҡыусыларының һәм йәштәрҙең белемен арттырыу буйынса ҙур эш алып барыла. Беҙ йыл һайын "Альбанов уҡыуҙары"нда ҡатнашабыҙ, ҡыҙыҡлы экспонаттар килтереп торабыҙ, — ти Евгений Ферштер. Ул III Халыҡ-ара «Китап Байрамы» йәрминкәһенең күләмдәренә хайран ҡалыуын йәшермәне. Ирина Стонт та Өфөлә тәүге тапҡыр түгел.  

Ике ҡунаҡ Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы «Красин» боҙватҡысы геройҙары тураһында һөйләгән комикс менән таныштырҙы. Комикс 1942 йылдың 3 майында булған ваҡиғаларҙы сағылдыра. Ул көндө полярниктар дошман самолеттарының атакаларын ҡаһармандарса кире ҡаға. СССР-ҙа «Красин» ҡабаттан ҡоралландырыла һәм артиллерия менән ҡоралландырылыу йәһәтенән иң көслө боҙватҡыстар иҫәбендә була.  

Комикс һүрәттәрен рәссам Вячеслав Серов төшөргән.  

Боҙватҡыс батырҙары - комикста
Боҙватҡыс батырҙары - комикста
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас