

«Урал батыр» эпосы геройы Һомай бөтәһен дә «Өфө — Аксаковтың тыуған ере» тигән бушлай иммерсив экскурсияларға саҡыра. Улар көн һайын 1 июнгә тиклем 11:00, 13:00,15:00 сәғәттәрҙә үтә. Сәфәрҙең оҙайлығы 40 минут, ә һуңынан Аксаков музейына барырға мөмкин.
Проект Өфө Хакимиәте башлығы гранты ярҙамында «Инватур» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма тарафынан тормошҡа ашырыла.