

“Китап Байрамы” йәрминкәһенә килеүселәрҙе бөгөн, 31 майҙа, нимәләр көтә? Бөгөн дә программа бик бай, ул сағыу сығыштар һәм тамашалар менән ҡыуандырасаҡ.
Шәмбе байрамдың төп сәхнәһендә Башҡортостан шағирҙары, Милли әҙәби музей һәм «Юлдаш» радиоһы алып барыусылары ҡатнашлығында «Мөһим нәмә тураһында шиғырҙар» ижади программаһы планлаштырылған.
Артабан Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры «Мостай Кәримдең юбилейына» тигән концерт программаһын тәҡдим итә.
Кис төп сәхнәгә Рәсәйҙең халыҡ артистары Илзе Лиепа һәм Александра Захарова, шулай уҡ «Династия» спектакле менән Екатерина Рождественская сыға. Көн дауамында йондоҙҙарҙың уларҙың ижадын һөйөүселәр менән осрашыуҙары планлаштырылған.
Программаны Иван Замотаевтың «Рус классиктары әҫәрҙәре буйынса» моноспектакле дауам итәсәк.
Киске кинозалда – «Ай да Пушкин!» йәнһүрәте (6+).
Бәләкәй сәхнәлә «Ҡәләмде һынау» конкурсы сиктәрендә еңеүселәрҙе бүләкләйәсәктәр. Йәнә бында «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры бәләкәй сәхнәлә Һәм Аҡмулла сәхнәһендә ике спектакль – «Ҡаҙҙар-аҡҡоштар» рус әкиәтен һәм «Айыу бабай йокламай» башҡорт әкиәтен күрһәтә. Республиканың башҡа театрҙары ла үҙ программаларын тәҡдим итә.
Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙы һәм ижади оҫталыҡ дәрестәрен Рита Королева, Оксана Агафонова, Алена Тихонова, Лилиә Шафиҡова, Дина Гаврилова, Галина Сазонова, Юлия Репецкая һәм башҡа авторҙар үткәрә.