+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
31 Май 2025, 10:40

«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың китаптарын һатып алырға мөмкин

Яҙыусы, журналист, фоторәссам Флүр Сабирйән улы Ғазин йәрминкәгә  Бөрйән районынан килгән. «Урал батыр» эпосы мотивы буйынса яңы ғына баҫылған китаптарҙы кисә нәшриәттән барып алған. Уларҙа эпос үҙе һүрәтләнә, ә Флүр Ғазиндың фотолары әҫәрҙә  һүрәтләнгән урындарҙы биҙәй.

«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың   китаптарын һатып алырға мөмкин«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың   китаптарын һатып алырға мөмкин
«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың китаптарын һатып алырға мөмкин

Был китап башҡорт телендә нәшер ителгән, киләсәктә ҡытай һәм рус телдәренә лә тәржемә ителәсәк.

Өфө ҡалаһында йәшәгән Әлмира Әлмөхәмәтова фоторәссам иллюстрациялары менән биҙәлгән китапты һатып алыу өсөн балалары менән «Китап Байрамы» йәрминкәһенә килгән. Ул Флүр Ғазиндың ижадын күптән күҙәтеүен һәм һәр саҡ  ул эшләгән асылмаларҙы, шулай уҡ китаптарын һатып алыуы хаҡында  һөйләне.

 

#КитапБайрамы_АманатЖурналы

«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың   китаптарын һатып алырға мөмкин
«Китап Байрамы» йәрминкәһендә Флүр Ғазиндың китаптарын һатып алырға мөмкин
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас