

Күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына 1880 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған китаптар тәҡдим ителгән. Бынан тыш, Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар тураһында биографик мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ҡурайҙың төрҙәре менән таныштырыу – күргәҙмәнең айырым ғорурлығы. Унда традицион ҡамыш ҡурай, тәжрибәле оҫталар эшләгән заманса ҡоралдар тупланған.
Күргәҙмәгә килгән һәр ҡунаҡ башҡарыусылар һәм педагогтар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп ҡарай, шәхси китапханаһын яңы баҫмалар менән тулыландыра ала.
Күргәҙмә 1 июнгә тиклем эшләй. Сихри ҡурай моңо донъяһына рәхим итегеҙ!