

«Китаптар һанайбыҙ» тигән квеста балалар яратҡан китаптары тураһында һөйләй, «Әлләсе» телеуйынында ҡатнаша, приздар һәм бүләктәр ота ала.
«Тамыр» телеканалының йәш хәбәрселәре «Бөтәбеҙ күмәкләп китап яҙабыҙ!» тигән медиасәйәхәткә саҡыра, күмәкләшеп «Китап Батыр» тигән әкиәт ижад ителә.
Тирмәлә төрлө ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бара.
Ошонда уҡ өҫтәл уйындары һатыла.