+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
31 Май 2025, 11:25

Тиҙҙән приздар уйнатыласаҡ!

“Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова тиҙҙән уйнатыласаҡ приздарҙы күрһәтә. Отошта “Китап Байрамы”нда республика баҫмаларына, шул иҫәптән “Аманат” журналына яҙылған кешеләр ҡатнаша. “Республика Башкортостан” нәшриәте сатырында йә Ленин урамындағы “Китап” магазинында яҙылғас, купонды лототронға төшөрөргә кәрәк.

Тиҙҙән приздар уйнатыласаҡ!Тиҙҙән приздар уйнатыласаҡ!
Тиҙҙән приздар уйнатыласаҡ!

Приздарҙы уйнатыу 17 сәғәт 30 минутта башлана. Бер сәғәт кенә ҡалды, тәүәккәлләгеҙ! Бөгөн берәр дана  робот-туҙан һурғыс, электр гриле, тостер, ҡолаҡсын, блендер уйнатыла. Иртәгә яҙылғандар иртәгә 15 сәғәт 15 минутта  үтәсәк отошта ҡатнаша. Уларҙы ла бөгөнгө кеүек приздар көтә.

#КитапБайрамы_АманатЖурналы

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас