Бөгөн – 1 июнь, йылмайыу, шатлыҡ һәм хыялдар менән тулы йәш дуҫтарыбыҙға арналған көн. Был байрам өлкәндәрҙең балаларға иғтибарлы булырға тейешлеген иҫкә төшөрә, сөнки баланың киләсәгенә өлкәндәр ҙур йоғонто яһай.
Был көн һәр балаға барып етерлек яңы изге эштәр һәм башланғыстарға нигеҙ һалынһын.
Тормошта һәр бала үҙен яҡланған, яратылған итеп тойһон. Иртәгәһе көнгә ышанысы ҡаҡшамаһын. Һәр сабый, һәр үҫмер үҙ һәләттәрен аса алһын, сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен!
Бөтә балаларҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Бала сағығыҙ иң сағыу, иң бәхетле мәл булһын!
Фото: Асҡарова Йәнгүзәл, Бөрйән районы.