+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июнь 2025, 11:41

Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...

Китап байрамы серҙәр аса. Федоровка районы Иҫке Сытырман ауылынан умартасы, юрматы башҡорто Мортаза Солтанғолов байрамға үҙенең солоҡтарын алып килгән. Тағы ла иҫке китаптар ҙа килтергән. Атай-олатайҙарынан ҡалған китаптар ул. 1886 йылда нәшер ителгән “Тәфсир” китабы биттәренең ситтәренә ата-бабалары көндәлек ваҡиғаларын теркәп ҡалдырған. Көн торошо, уңыш нисек, тыуым-үлем даталары тураһындағы яҙмалар һаҡланып ҡалған ул биттәрҙә.

Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...
Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...

Ә 1868 йылда сыҡҡан бер иҫке китаптың ситендә билдәһеҙ осоусы объект тураһында мәғлүмәт ҡалған. Автор ауыл өҫтөндә бер ни тиклем ваҡыт сәйер нәмәнең эленеп тороуы тураһында хәбәр иткән. Китап Стәрлебаш районы Мостафа ауылында йәшәгән Рәхим Уразовтыҡы булған. Теге объекттың һүрәтен дә төшөрөп ҡуйғандар.

Сығанаҡ: "Китап Байрамы"ның ВК сәхифәһе.

 

#КитапБайрамы_АманатЖурналы

Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...
Иҫке китаптың ситенә яҙып ҡалдырылған...
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас