

– Бында минең «Урал рухы» тигән хикәйәм бар, – тине Өфө яҙыусыһы Олег Зорин. – Унда Башҡортостанға Мәскәүҙән өләсәһенә каникулға килгән бер туғандар хаҡында һүҙ бара. Уларҙы шүрәле үҙ урманына саҡырып аҙаштыра, ә Урал батырҙың рухы маларҙарға өйҙәренә ҡайтырға ярҙам итә.
Олег – төп һөнәре буйынса юрист, «Динамо» баскетбол клубында эшләй. Әммә ижадҡа ла иғтибар бүлә.
Ул, Урал батыр тураһындағы легенда Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә танытырға ярҙам итер, тигән ышанысын белдерҙе.