

Викторинала ҡатнашып, Башҡортостан һәм “Аманат” журналы тураһында белемдәрегеҙҙе тикшерерһегеҙ. Рәссам Светлана Тарханова менән бергә таш ҡурсаҡтар биҙәрһегеҙ.
Шулай уҡ журналыбыҙға яҙылыусылар, кисәге кеүек, “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто үткәргән приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала.
“Добрая подписка” акцияһы ла дауам итә. Мосолмандар өсөн мөһим һаналған Зөлхизә айында изгелек ғәмәле ҡылыу форсаты сығып тора. Етем балаларҙы 2025 йылдың икенсе яртыһына башҡортса баҫма бүләк итеп ҡыуандырыу сауаплы эш булыр.